ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Август 2025, 06:11

Гөлназдарға айыу һөжүм иткәнме?

Команда айыуҙы күргәс ҡото осоп ҡасҡан...

Гөлназдарға айыу һөжүм иткәнме?Гөлназдарға айыу һөжүм иткәнме?
Гөлназдарға айыу һөжүм иткәнме?

Республикала хәүефле хәбәр таралғайны: Гөлназ Асаеваның төркөмөнә айыу һөжүм иткән, бер кеше йәрәхәтләнгән. Быны дәлилләп, йырсы үҙенең социаль селтәрендә айыу йүгереп килгән видеояҙма һалды, шулай уҡ ҡанға батып ашығыс ярҙам машинаһында ултырған концерт директоры Вадимдың фотоһын да ҡуйҙы. Һәм шунан һуң ул социаль селтәрҙәрҙән юғалды. Хәбәр шунда уҡ социаль селтәрҙәрҙә, интернетта таралды, хатта телевидение аша күрһәттеләр.

Йырсы хәлде аңлатып тағы бер видео һалды. Баҡһаң, уларға айыу һөжүм итмәгән. Әммә был тарихта ысынлап та айыу булған.

- Беҙ команда менән клип төшөрөр өсөн тәбиғәт ҡосағына сыҡтыҡ. Һәр кем пранк (шаяртыу) әҙерләргә, ләкин был турала башҡаларға әйтмәҫкә тейеш ине. Концерт директоры Вадим ҡулға өйрәтелгән айыу алып килгән. Әлбиттә, команда уны күргәс ҡото осоп ҡасҡан. Дрессировщик айыуҙың ҡулға өйрәтелгән булыуы, кешеләр өсөн хәүефһеҙ икәнлеге хаҡында әйткән. Команда быға ышанмағас, Вадимға уны һыйпап ҡарарға тәҡдим иткән. Һөҙөмтә билдәле, януар уға һуғып, ҡанға батырған.

Гөлназ Асаева әйтеүенсә, был яңылыҡ ныҡ итеп таралған һәм кешеләр әллә нимә уйлап сығара башлаған. Шуға күрә ул аңлатма биреп видео төшөрөргә булған.

Кеше шулай шаяртамы икән?!

фото:соицаль селтәрҙәр
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас