

Кисә кис, 6 августа, Өфөлә Ағиҙел йылғаһында 12 йәшлек ҡыҙ батып үлгән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға Тирмән комбинаты районында, Элеватор урамында булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 12 йәшлек ҡыҙ дуҫтары менән йылғала һыу инеп йөрөгән. Бер мәл ул тәрән урынға йөҙөп бара ла һыу аҫтына китә. Әле баланы Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы водолаздары эҙләй. Ведомствола шулай уҡ һыуҙағы фажиғәгә аңлатма бирҙеләр.
– Йылғаның был участкаһы һыуҙа ял итеү өсөн йыһазландырылмаған, унда һыу инеүҙе тыйыу тураһында иҫкәртеүсе аншлаг ҡуйылған, - тип билдәләнеләр Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығында.
Фото: МЧС.