ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Август 2025, 04:14

Гөлназ Асаеваға һәм уның командаһына айыу һөжүм иткән...

    

Гөлназ Асаеваға һәм уның командаһына айыу һөжүм иткән...Гөлназ Асаеваға һәм уның командаһына айыу һөжүм иткән...
Гөлназ Асаеваға һәм уның командаһына айыу һөжүм иткән...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Гөлназ Асаева кисә кис социаль селтәрҙә ҡот осҡос видео менән уртаҡлашты — пикник ваҡытында уларҙың командаһына айыу һөжүм иткән.

Йырсы команда менән тәбиғәттә ял итергә ҡарар итеүҙәре тураһында һөйләй. Бөтә кәрәк-яраҡты йыйып, сығып киттек. Усаҡта йәшелсә һәм ит бешерелә, гитарала уйнап йырҙар йырлана. Шунан һуң уларҙың лагерына айыу килә.

Моғайын, уны тауыш һәм аҙыҡ еҫе йәлеп иткәндер. Кадр артында ҡысҡырыуҙар ишетелә: "Ҡасығыҙ!». Зыян күреүселәр ҙә юҡ түгел. Йырсының киләһе фотоһында ир-ат ашығыс ярҙам машинаһында ултыра уның күлдәге ҡанға батҡан. Моғайын, был артистың концерт директоры. Хәҙер уның менән нимә булғаны билдәһеҙ, йырсы социаль селтәрҙә башҡа бер нәмә лә һалмай. Команда менән ҡайҙа ял итеүе аныҡланмай.

фото:Гөлназ Асаеваның социаль селтәре.

Гөлназ Асаеваға һәм уның командаһына айыу һөжүм иткән...
Гөлназ Асаеваға һәм уның командаһына айыу һөжүм иткән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас