ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Август 2025, 11:54

5 бала юл фажиғәһендә зыян күргән

Еңел машина Аҡташ ауылына боролғанда юл ситенә сығып осҡан. 

5 бала юл фажиғәһендә зыян күргән5 бала юл фажиғәһендә зыян күргән
5 бала юл фажиғәһендә зыян күргән

Авария Ғафури районында булған. Рулдәге әсә алты баланы һәләк итә яҙған. Уларҙың иң бәләкәйенә – 2 йәш.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, водитель медицина ярҙамынан баш тартҡан. Биш бала Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған. Улар араһында ауыр пациенттар юҡ, тип асыҡлыҡ индерҙе ведомство етәксеһе. Балалар табиптар күҙәтеүендә.

 Фото:Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас