ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Август 2025, 05:06

Торатау башына менеп етеп үлгән...

Ирҙе ҡотҡара алмағандар, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана

Торатау башына менеп етеп үлгән...Торатау башына менеп етеп үлгән...
Торатау башына менеп етеп үлгән...

Ишембай районында урынлашҡан Торатауҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән – унда ир кеше вафат булған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Сигнал 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә килә. Асыҡланыуынса, 50 йәшлек ирҙең йөрәге менән проблема булған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ашығыс хеҙмәттәрҙең оператив килеүенә ҡарамаҫтан, ирҙе ҡотҡара алмағандар. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Тауға менер, тәбиғәттә ял итер алдынан үҙегеҙҙең һаулыҡ торошон аныҡ баһалағыҙ.

фото:Азамат Абдрафиков
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас