ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Июля 2025, 15:20

11 йәшлек малайҙы ҡотҡарам тип...

Һыу инеүҙә төп ҡағиҙәләрҙе үтәмәү йәнә бер тапҡыр фажиғәгә килтерҙе.    

11 йәшлек малайҙы ҡотҡарам тип...11 йәшлек малайҙы ҡотҡарам тип...
11 йәшлек малайҙы ҡотҡарам тип...

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн  Яңауыл районы Татар Ураҙы ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән.

Һыу ингәндә 2014 йылғы малай бата башлай. Ярҙамға саҡыра... Ҡатын, уйлап та тормай, уны ҡотҡарырға ашыға - һәм батып үлә. Малай үҙаллы йөҙөп сыға.

Фажиғә һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында теркәлгән, рәсми пляж ике саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашҡан булған.

Һыу инеүҙә төп ҡағиҙәләрҙе үтәмәү йәнә бер тапҡыр үлем осрағына килтерҙе.

Рөхсәт ителмәгән урында һыу инмәгеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ!

Фото: “Башинформ”

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас