

Ҡот осҡос фажиғә кисә Дүртөйлө районының Исмаил ауылында теркәлгән. 20 йәшлек егет прицеплы "Белорус" тракторы менән юлдан ситкә төшөп киткән.
Тракторсы тере ҡалыр өсөн кабинанан ергә һикереүен һикергән, әммә транспорт өҫтөнә ауҙарылған.
Егет ашығыс ярҙам машинаһы килгәнгә тиклем йән биргән.
Транспортҡа идара иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлайыҡ.
Фото: "Башинформ".