ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Июнь 2025, 18:06

Самокатта йөрөгән ҡыҙҙы тапатыуҙа 16 йәшлек егет ғәйепләнә

     

Самокатта йөрөгән ҡыҙҙы тапатыуҙа 16 йәшлек егет ғәйепләнәСамокатта йөрөгән ҡыҙҙы тапатыуҙа 16 йәшлек егет ғәйепләнә
Самокатта йөрөгән ҡыҙҙы тапатыуҙа 16 йәшлек егет ғәйепләнә

Бәлиғ булмаған ҡыҙҙы бәрҙереүҙә 16 йәшлек водитель ғәйепләнә. Тәфтишселәр ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткән, әммә суд үҫмерҙе өйҙәге арестты һайлаған.

Тәфтишселәр версияһы буйынса, 7 июндә көндөҙ «Лада Приора» водителе Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылының Октябрь урамы буйлап үтеп барғанда электр самокатында йөрөгән 16 йәшлек ҡыҙҙы тапатҡан. Ҡыҙ ауыр йәрәхәттәр ала һәм Магнитогорск дауаханаһының реанимация бүлегендә вафат була. Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң автомобиль водителе ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Тиҙҙән водителдең шәхесен һәм ҡайҙа булыуын асыҡлайҙар. 

Фото:СУ СКР по РБ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас