

13 июндә Мәләүез районында водолаздар Ағиҙел йылғаһынан үҫмерҙең кәүҙәһен сығарған. Егеткә 11 июндә 16 йәш тулған, ә 13 июндә ата-әсәһе менән Һабаш ауылы эргәһендә йылға буйында ял итергә киткән.
Үҫмер йөҙөүҙе тыйған аншлагтар ҡуйылған йыһазландырылмаған урында һыу инә. Дүрт сәғәт эҙләгәндән һуң уның кәүҙәһен табалар, тип хәбәр иттеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото:ГУ МЧС России по РБ