

Башҡортостандың Әбйәлил районында мопед ҡаршыға килгән ВАЗ-2114 менән төкөшкән, һөҙөмтәлә 17 йәшлек үҫмер һәләк булған.
Авария кисә төндә Яңы Балапан-Йәнекәй автомобиль юлында булған.
9-сы класс уҡыусыһы ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була. Автомобиль водителен тикшереү уның иҫерек булыуын күрһәтә. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.
Фото:стоп-кадр