ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Май 2025, 14:42

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...

Ир ауырлы ҡатынын һәм бер йәшлек ҡыҙын ҡотҡарған. Ә был ваҡытта ике улы

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...

25 майҙа кисен Борай районының Яңы Бикмәт ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән шәхси йорттоң таҡтанан булған верандаһы янып китә.

Йортта йөклө ҡатын һәм бер йәшлек ҡыҙ булған. Ғаилә башлығы был ваҡытта биш һәм ике йәшлек улдары менән мунсала була. Бер мәл ир верандала ҡуйылған янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдың тауышын ишетә.

Мунсанан сығып, ул утты һүндерергә һәм өйгә инергә маташа, әммә янғын тиҙ тарала. Шунан һуң ир өйҙө урап йүгереп барып, ҡатынын һәм ҡыҙын тәҙрә аша сығара.

Зыян күреүселәр юҡ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе мәғлүмәте буйынса, янғын электр ҡорамалдарының төҙөкһөҙлөгө арҡаһында килеп сығыуы ихтимал.

Фото: Ғәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас