

13 майҙа Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Ишембай ҡалаһы биләмәһендә Ағиҙел йылғаһынан ҡотҡарыусылар 68 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған тигән хәбәр килде.
Был ир 2 майҙа велосипедта балыҡ тоторға китә, үҙе менән ҡармаҡ ала һәм ...юғала. Эҙләү саралары һөҙөмтәһендә башта велосипед, икенсе көндө балыҡсы табыла.
Эҙләү барышында ҡотҡарыусылар 4,5 километрҙан ашыу яр буйын һәм Ағиҙел йылғаһын тикшергән. Һыуҙан алынған ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар. Оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
Ҡуй инде, балыҡ ашайым тип күпме кеше үҙен әрәм итә...
Фото: Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.