ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Май 2025, 15:22

Трофей техникаһы тейәлгән йөк машинаһы ауған

    

Трофей техникаһы тейәлгән йөк машинаһы ауғанТрофей техникаһы тейәлгән йөк машинаһы ауған
Трофей техникаһы тейәлгән йөк машинаһы ауған

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Иглин районында М5 трассаһының 1518-се километрында булған юл фажиғәһе урынында эшләй. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «КамАЗ» йөк машинаһы «Киа» автомобиле менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә йөк автомобиле юл ситенә төшөп киткән. Уны автокран менән күтәрергә йыйыналар.

Аварияла ике кеше зыян күргән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре урында зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәткән.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Урында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, юл ситенә төшөп киткән йөк машинаһы НАТО-ның трофей техникаһын алып китеп барған.  

 
Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас