ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Май 2025, 04:05

Торнадо һәм боҙборсаҡ һыйырҙарҙы әрәм иткән

Тәбиғәт ҡурҡыныс сюрприздарын күрһәтә башланы...

Торнадо һәм боҙборсаҡ һыйырҙарҙы әрәм иткәнТорнадо һәм боҙборсаҡ һыйырҙарҙы әрәм иткән
Торнадо һәм боҙборсаҡ һыйырҙарҙы әрәм иткән

Ошо көндәрҙә күрше Ырымбур өлкәһендә ҡурҡыныс тәбиғәт ғәрәсәте теркәлә: көслө дауыл сыға һәм тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында боҙборсоҡ яуа. Был турала SHOT телеграм-каналы хәбәр итә.

Торнадо өлкәнең Светлый районындағы “Тубыл” совхозында ҡотора. Ул иң нығы һыйыр малы тотолған фермаға зыян килтерә. Йорттар иҫән ҡала. Дауылдан һуң эре боҙборсаҡ яуа башлай. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, тәбиғәт ғәрәсәте малсылыҡ биналарына зыян килтерә. Һөҙөмтәлә һыйырҙар етди йәрәхәттәр ала. Уларҙы һуйырға тура килә. Бәхеткә, кешеләр зыян күрмәй.

Яҙға хас булмаған һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе, тәбиғәт ғәрәсәттәре Рәсәйҙә йыш күренешкә әйләнә башланы. Йәйҙәр имен килһен тип теләйек инде.

Фото: скриншот. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас