

Республиканың Дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә көндөҙ Бүздәк – Саҡмағош –Дүртөйлө автомобиль юлының 76-сы километрында “ВАЗ-2114” автомобиле күперҙе таҙартҡан ике юл эшсеһенә бәрҙергән. Рулдә 64 йәшлек ир булған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 45 йәшлек йәйәүле вафат булған, икенсе зыян күреүсе – 43 йәшлек эшсе дауаханаға оҙатылған.
Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Бына шулай, башҡа кешенең ғәйебе арҡаһында эштән үҙ аяғыңда түгел, ә үлеп ҡайт инде. Бик ғыҙғаныс хәл...
Хөрмәтле водителдәр, онотмағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә башҡа йәйәүлеләрҙең, пассажирҙарҙың ғүмере өсөн яуаплы!
Фото:ГАИ РБ
Автор:Рәмилә Мусина