

Бөгөн көндөҙ Бүздәк районында М5 “Урал” федераль трассаһының 1358 километрында “ГАЗ”, “МАН” һәм “ВАЗ-2110” автомобилдәре бәрелешкән.
Авария һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2110” автомобиле водителе һәм уның ике пассажиры, шул иҫәптән туғыҙ йәшлек бала йәрәхәтләнгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле водителдәр, юлда уяулыҡты юғалтмағыҙ, тиҙлек режимын боҙмағыҙ, тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ. Байрам кәйефен күңелһеҙ хәлдәр менән боҙмағыҙ.
Юлдарығыҙ имен булһын!
Фото: ГАИ РБ
Автор:Рәмилә Мусина