ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Май 2025, 04:41

“Ныҡ ҡурҡыныс итеп яна...”

Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле ҡатын үҙе дауаханаға оҙатылған, ә икенсе водитель...

“Ныҡ ҡурҡыныс итеп яна...”“Ныҡ ҡурҡыныс итеп яна...”
“Ныҡ ҡурҡыныс итеп яна...”

Кисә Башҡортостандың Туймазы районында ике еңел автомобиль ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде. Фажиғә тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте республиканың Дәүләт Автоинспекцияһынан хәбәр иттеләр.

Билдәле булыуынса, 44 йәшлек ҡатын Renault Logan руле артында Бәләбәй – Николаевка — Туймазы трассаһы буйлап барған һәм оҙайлы боролошта ВАЗ-2114-кә бәрелгән. Көслө бәрелештән машина янып китә, ә 45 йәшлек ВАЗ-2114 машинаһы водителе фажиғә урынында һәләк була. Ауыр йәрәхәттәр алған юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле ҡатын үҙе дауаханаға оҙатылған.

- Ваҡиға урынында Дәүләт Автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана, – тип хәбәр иттеләр ведомствола.

Социаль селтәрҙә был авария шаһиттары күп кенә видеояҙмалар һәм фотолар һалды. Унда күренеүенсә, машина ныҡ ҡурҡыныс итеп, ҡара төтөн сығарып яна. “Ныҡ ҡурҡыныс итеп яна, юлда һаҡ булығыҙ”, – тип яҙыусылар күп булды.

Фото: ГАИ РБ.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас