

5 майҙа Учалы районының Һөләймән ауылы янында Мейәс йылғаһында 55 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен һыуҙан сығарғандар. Мәрхүмдең ҡустыһы әйтеүенсә, ул йылғаға кәмә менән балыҡ тоторға киткән һәм кире ҡайтмаған. Һуңыраҡ һыуҙа түңкәрелгән кәмә, ә эргәһендә һәләк булған ир табыла.
Бынан алда Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы янында Әй йылғаһында ҡотҡарыусылар 83 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен тапҡан, ул да кәмәлә балыҡ тоторға сығып киткән булған. Балыҡсыны эҙләү бер аҙна дауам иткән.