

Әбйәлил районында үлемесле авария кисә кискеһен Элеватор-Түбәнге Әбдрәш автомобиль юлының 1-се саҡрымында булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 51 йәшлек ир идара иткән «Лада Гранта» машинаһы юлдың ситенә төшөп китә һәм артабан һыулы йырынға түңкәрелгән.
Авария һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған, тип хәбәр иттеләр дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.
фото:ГАИ РБ