

Башҡортостанда мотоциклсыны ҡабаттан иҫерек килеш йөрөгәне өсөн хөкөм итәләр. Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов һүҙҙәренсә, Краснокама районында йәшәүсе 31 йәшлек ир Нефтекаманың ҡала урамдарын бик шәп уҙыш трегы тип уйлаған. Төҙөүселәр һәм Еңеү урамдары сатында ГАИ инспекторҙары ирҙе «Ямаха» шәп тиҙлектә үтеп барыуын күреп ҡала һәм эҙәрлекләү башлай. Ул эҙәрлекләүҙән сәғәтенә 200 километрҙан ашыу тиҙлек менән ҡаса.
Хәл төнгө 3-тә булыуы ғына бәлә-ҡазанан һаҡлаған. Ҡаланан ҡасырға маташып, мотоциклсы ҡаршы һыҙатҡа сыға, уны Ҡырымһарай ауылында ҡулға алалар. Ир медицина тикшереүенән баш тарта. Ә был процедура уға яҡшы таныш, сөнки ул иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән. Хәҙер уға енәйәт яуаплылығы янай, - тип һөйләне Севастьянов төнгө ваҡиғаның нескәлектәре менән таныштырып.
фото:ГАИ