ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Апрель 2025, 15:57

Аш-һыу бүлмәһендә бәләгә тарыған

Ҡыҙғанысҡа күрә ҡатын Сибай дауаханаһы реанимацияһында вафат булған

Аш-һыу бүлмәһендә бәләгә тарығанАш-һыу бүлмәһендә бәләгә тарыған
Аш-һыу бүлмәһендә бәләгә тарыған

Сибай ҡалаһы дауаханаһына ҡул суҡтары янған 75 йәшлек ир һәм тәне ныҡ бешкән 76 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ҡатынды ашығыс рәүештә реанимацияға һалалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын вафат була. Был турала РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы хәбәр итә.

Асыҡланыуынса Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәгән хужабикә өйөндә ашарға әҙерләгән саҡта зыян күрә. Өҫтөндәге халаты янып китә, ә ире ҡулдары менән утты һүндерергә маташа. Ул да бешкәс, ҡатындың өҫтөнә һыу ҡоя ла дауаханаға алып китә.

Фото: МЧС РБ.

Аш-һыу бүлмәһендә бәләгә тарыған
Аш-һыу бүлмәһендә бәләгә тарыған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас