ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Апрель 2025, 11:30

Дүртенсе баланы үлтерергә хәлем ҡалманы, тип белдергән...

Балаларҙың кәүҙәһен төрлө урындарҙа тапҡандар.

Красноярскиҙа дүрт бала әсәһен өс балаһын үлтергән өсөн ҡулға алғандар.

Йыртҡыс әсә дүрт йәшлек ҡыҙын, ете айлыҡ һәм һигеҙ йәшлек улын һәләк иткән. Балаларҙың кәүҙәләре шәхси йортта табылған. 29 йәшлек әсәгә ҡарата айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән үлтереү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Өс баланы балта менән сабып үлтергән әсә Красноярск ҡалаһынан психиатрҙа иҫәптә торған, тип хәбәр итә Красноярск крайы прокуратураһы. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын параноидаль шизофрения менән яфалана. Тәфтишселәр фаразы буйынса, ул психик хәле буйынса күрһәтмәләр бирә алмай һәм нимә булғанын аңлап етмәй.

Был йөрәкһеҙ әсә ете айлыҡ балаһының башын өҙөп, сервантҡа ҡуйған. Балаларҙың кәүҙәһен төрлө урындарҙа тапҡандар: өлкән улын – урамда, ҡалған икәүһен – йәйге бүлмәлә. Ҡатын белдереүенсә, ҡыҙын быуып үлтергән, малайҙарына балта менән һуҡҡан. Ул үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Дүртенсе баланы үлтерергә хәлем ҡалманы, тип белдергән... Ҡот осҡос...

Тәфтиш комитеты Красноярск крайының Канск ҡалаһында өс балаһын үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатынды ҡулға алыуҙы юллай. Әле уны тәфтиш изоляторына ике айға бикләгәндәр.

Фото: Тәфтиш комитетының рәсми сығанаҡтарынан алынған видеояҙманан скриншот.

Автор:
Читайте нас