Ишембай районында юл фажиғәһендә оло йәштәге ир һәләк булған.
Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә Ибрай ауылында «УАЗ» руле артында йөрөгән 24 йәшлек водитель транспорт менән бер йүнәлештә атлап барған 72 йәшлек йәйәүлене тапаған. Һөҙөмтәлә иркүп һанлы йәрәхәттәр алған, уны дауаханаға оҙаталар, әммә бер аҙҙан ул реанимация бүлегендә вафат була.
Был осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.
фото:ГАИ РБ