ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Апрель 2025, 16:17

Ҡатынды аш-һыу бүлмәһендә үле килеш тапҡандар...

  

Ҡатынды аш-һыу бүлмәһендә үле килеш тапҡандар...Ҡатынды аш-һыу бүлмәһендә үле килеш тапҡандар...
Ҡатынды аш-һыу бүлмәһендә үле килеш тапҡандар...

Башҡортостан тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн ҡотҡарыусыларға Октябрьскиҙа йәшәгән ҡатын шылтыратып, әсәһе йәшәгән фатирҙың ишеген асыуҙа ярҙам һораған. Асыҡланыуынса, уның әсәһе шылтыратыуҙарға яуап бирмәгән һәм ишекте асмаған. Ҡотҡарыусылар ишекте асҡандан һуң кухняның плитәһе янында 86 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табыла: ул ныҡ янып бөтә. Был ваҡытта ут һүнгән була, оло йәштәге ҡатындың өҫ кейемдәре, шулай уҡ плитала кәстрүлдә аҙыҡ янған була.

Фото:МЧС по РБ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас