ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Апрель 2025, 10:33

Башҡортостан юлдарында транспорт өсөн хәрәкәт ябылды

-

Башҡортостан юлдарында транспорт өсөн хәрәкәт ябылдыБашҡортостан юлдарында транспорт өсөн хәрәкәт ябылды
Башҡортостан юлдарында транспорт өсөн хәрәкәт ябылды

Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле 10 апрелдә көндөҙгө 2-се яртыла өс юлда барлыҡ транспорт өсөн хәрәкәт ябылды. Башҡортостан Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Яңауыл районына тиклем Өфө — Бөрө — Яңауыл, Дыуан районына тиклем Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы һәм Яугилде — Щучье Озеро трассаларында ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде. Юлдар асылһа, ведомствонан хәбәр итерҙәр. 

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөнөң Сәғит Агиш урамында юл участкаларын ваҡытлыса ябыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-10/na-dorogah-bashkirii-iz-za-nepogody-vveli-ogranicheniya-dvizheniya-4192391

Фото:Олег Яровиков

Автор:
Читайте нас