ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Апрель 2025, 15:22

Күрше районда юғалған балыҡсы үле килеш табылған

  

Күрше районда юғалған балыҡсы үле килеш табылғанКүрше районда юғалған балыҡсы үле килеш табылған
Күрше районда юғалған балыҡсы үле килеш табылған

Юғалған ир Баймаҡ районында табылған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт биш тирәһендә борсолған туғандарынан 57 йәшлек Ҡолсора ауылынан ирҙең кисә балыҡ тоторға китеүе һәм  әлегә тиклем бәйләнешкә сыҡмауы тураһында хәбәр килгән.

Ир Талҡаҫ күленә килгән, әммә билдәләнгән ваҡытҡа ул әйләнеп ҡайтмаған. Атаһының оҙаҡ ваҡыт юҡлығынан борсолған улы уны эҙләргә сығып китә. Яр буйында ул балыҡсының машинаһын һәм шәхси әйберҙәрен таба, әммә ир үҙе бер ҡайҙа ла булмай.

Таң менән Сибай ҡалаҙынан килгән ҡотҡарыусылар Талҡаҫ күленә килгән. Эҙләү-водолаз эштәре һөҙөмтәһендә ирҙең кәүҙәһе табыла һәм һыуҙан сығарылып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар. Әле оператив-тикшереү саралары үткәрелә.

 

фото:МЧС РБ

Күрше районда юғалған балыҡсы үле килеш табылған
Күрше районда юғалған балыҡсы үле килеш табылған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас