ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Апрель 2025, 17:06

17 йәшлек егет үле килеш табылған

Уны ноябрҙән эҙләйҙәр ине

17 йәшлек егет үле килеш табылған17 йәшлек егет үле килеш табылған
17 йәшлек егет үле килеш табылған

Өфөлә 17 йәшлек студентты эҙләү туҡтатылды. Үҫмер 2024 йылдың 21 ноябрендә юғала. Ирекмәндәр әйтеүенсә, егет Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә урынлашҡан өйөнән сығып киткән, телефонын һүндергән һәм бәйләнешкә сыҡмаған.

Үҫмер үҙе менән документтар йәки аҡса алмаған, шуға күрә ата-әсәһе улының ҡайҙалығын белмәй.

“БашРегионСпас” ҡотҡарыу отряды эҙәрмәндәре хәбәр итеүенсә, студент үле килеш табылған. Уның үлем шарттары асыҡланмай.

Фото: “БашРегионСпас”. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас