ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Апрель 2025, 09:26

2 йәшлек сабый 26 магнит шарын йотҡан...

  

2 йәшлек сабый 26 магнит шарын йотҡан...2 йәшлек сабый 26 магнит шарын йотҡан...
2 йәшлек сабый 26 магнит шарын йотҡан...

Башҡортостанда ике йәшлек малай конструкторҙың 26 магнит шарын йотҡан. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ата-әсә уйнап йөрөгән баланың йүткерә башлауына һәм бер нисә магнит шарының юғалыуына иғтибар иткән. Малайҙы Туймазы үҙәк район дауаханаһына килтергәндәр. Рентгенограмма үткәргәндән һуң уның сит есемдәрҙе йотоуы асыҡланған.

Кескәй пациентты санитар авиация менән республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар. Табиптар сабыйға операция яһап, магнит шарҙарын алған. Хәҙер баланың һаулығына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.

2 йәшлек сабый 26 магнит шарын йотҡан...
2 йәшлек сабый 26 магнит шарын йотҡан...
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас