Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына, Хәйбулла районы Маҡан ауыл хакимиәте биләмәһендә ҡоро үләнгә ут ҡабыуы тураһында хәбәр килде. Көслө ел арҡаһында янғын тиҙ арала Сәғит ауылы йүнәлешендә тарала. Бөтә көстәр тораҡ пунктты һаҡлауға йүнәлтелә. Сәғит ауылы янында 5 саҡрым радиуста 30 минут эсендә ут таралыуы туҡтатыла. 7 гектар майҙанда ут тулыһынса һүндерелә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Тораҡ пунктҡа хәүеф янамай.
Ырымбур өлкәһе яғынан Таштуғай тораҡ пунктынан 12 саҡрым алыҫлыҡта икенсе янғын тарала. Янғынды һүндереүгә, уның ҡатмарлы урында булыуы ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Ут менән көрәшеү өсөн халыҡҡа өҫтәмә техника һәм 50 янғын һүндереүсе ранец бирелә, ут һүндереүсе матдәләр менән тәьмин ителә. Хәйбулла районы хакимиәте тораҡ пункт эргәһендә өҫтәмә һөрөү ойошторған, һыҙаттар үткәргән. Янғынды һүндереүгә 115 кеше һәм 17 берәмек техника, шул иҫәптән 66 ауыл халҡы йәлеп ителә. Хәл контролдә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: ҡоро үләнде яндырмағыҙ, бигерәк тә урамда көслө ел иҫһә; һүндерелмәгән шырпы һәм тәмәке төпсөгө ташламағыҙ; усаҡты тәғәйен урында ғына яғығыҙ, ҡул аҫтында янғын һүндереүсе ҡоролма, һыу йәки тупраҡ булһын. Үҙегеҙҙе һәм тәбиғәтте һаҡлағыҙ!