Бөтә яңылыҡтар
10
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Апрель , 18:19

Балаларҙың шаярыуы ҡот осҡос бәләгә килтергән

   

Балаларҙың шаярыуы ҡот осҡос бәләгә килтергән
Балаларҙың шаярыуы ҡот осҡос бәләгә килтергән

Башҡортостандың Учалы районында янғында ваҡ мөгөҙлө мал һәләк булған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 31 мартта Абҙаҡ ауылында Мәктәп урамында ҙур янғын сыҡҡан, уның һөҙөмтәһендә торлаҡ бүрәнә йорт һәм бер нисә ҡаралты янып бөткән, шул иҫәптән усаҡлыҡ, гараж, кәртә, мунса. Шулай уҡ 18 баш ваҡ мөгөҙлө мал һәләк була.

Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре Һәм Мансур һәм Абҙаҡ ауылдары ирекмәндәре һүндерә. Тәфтишсе билдәләүенсә, янғындың сәбәбе балаларҙың ут менән шаярыуы булыуы ихтимал.

 

фото:МЧС РБ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: