Иглин районында Мансаҙы ауылы эргәһендәге Яңы Шишмә йылғаһында 6 йәшлек малай саҡ батып үлмәгән.
Ҡотҡарыусылар асыҡлауынса, һыуҙа иҫһеҙ ятҡан малайҙы балалар күреп ҡала һәм өлкәндәрҙе ярҙамға саҡыра. Эргәлә үтеп барған ир малайҙы һыуҙан сығара һәм әсәһенә тапшыра. Ул ашығыс ярҙам көтөп тормай һәм баланы үҙе дауаханаға алып китә. Бала ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Ҡотҡарыусының исеме Данис Имаметдинов, тип һөйләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
фото:МЧС РБ