Мишкә районының Ирсай ауылы эргәһендәге Инәк йылғаһынан ҡатындың кәүҙәһен сығарғандар. Уны «Лиза Алерт» эҙләү отряды ирекмәндәре таба. Һәләк булған 76 йәшлек пенсионер, 20 марттан хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән, ул деменция менән яфаланған.
Хәҙер урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Белгестәр ваҡиға урынын тикшерә һәм шаһиттарҙан һорау ала.
Бынан алда, 34 йәшлек ирҙең һәм 4 йәшлек малайҙың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
фото:Башинформ