Хәйбулла районында тәүге янғын теркәлгән. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Янғын бөгөн Татыр-Үҙәк ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта 2 гектар майҙанда сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр утты ике сәғәт эсендә һүндергән.
Ваҡиға сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе тикшерә.
фото:МЧС РБ