Бөгөн, 22 мартта, көндөҙ Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан 100 метр самаһы алыҫлыҡта 1968 йылғы ирҙе айыу талаған.
Мәғлүм булыуынса, ир ауыл эргәһенә ҡайын һыуы йыйырға сыҡҡан булған.Ҡояшта ҡыҙынған инә айыу менән ике балаһының өҫтөнә барып сыҡҡан. Иргә инә айыу ташланған. Яраланған ир өйөнә үҙаллы ҡайтып, ауылдың фельдшерына медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Яраланған ирҙе Бөрйән районының Иҫке Собханғол дауаханаһына алып килгәндәр.
Быйыл яҙ бер айға иртә килде. Шуға ла айыуҙар ҙа иртә уянды. Кисә, 21 мартта, Баймаҡ районында айыуҙың кешегә һөжүм итеүе тураһында яҙғайныҡ. Бөрйәндәге хәл икенсе осраҡ. Шуға урманға сығыу хәүефле булыуы тураһында онотмағыҙ.
Рәмилә Мусина фотоһы.