18 март төнгә ҡарай Дәүләкән районының Вперёд ауылында ҡот осҡос янғын теркәлде. Урында күп ҡатлы йорттағы фатирҙың янып китеүе арҡаһында биш кескәй бала - ете йәшлек ҡыҙ, биш йәшлек ике игеҙәк ҡыҙ, өс йәшлек ике игеҙәк малай һәм 33 йәшлек ир һәләк булды. Был ваҡытта ҡатын үҙе төнгө сменала эштә була, ҡайтҡас, ғәзиздәрен үле килеш таба...
Дәүләкән районындағы янғында 5 баланың һәм уларҙың үгәй атаһының һәләк булыуы бөтә республика хаҡын тетрәндерҙе.
Асыҡланыуынса, әсә кеше был ваҡытта төнгө сменала булған, ул подъезға инеү менән янғын еҫен һиҙгән һәм фатирға йүгереп ингән. Дүрт сабый ир менән бергә диванда үле килеш табылған. Ә бер бала уянып, диван аҫтына йәшенгән булған. Әммә ағыулы төтөндән ҡотола алмаған... Был хаҡта «Честно говоря» телеграм-каналына янғында сабыйҙарын юғалтҡан ҡатындың апаһы һөйләйгән.
Баҡтиһәң, мәрхүм сабыйҙарҙың әсәһе 2025 йылдың ғинуарынан балалар пособиеһы алмаған. Документтарҙы ваҡытында тапшырмаған. Ғаилә хеҙмәте белгесе яңыраҡ документтар йыйырға һәм тапшырырға ярҙамлашҡан, мартта түләүҙәр күсергә тейеш булған.
Йәш ғаилә 2021 йылдан алып профилактик иҫәптә торған, ә әсә үҙе наркодиспансерҙа иҫәптә булған. Опека органдары бер нисә тапҡыр балаларҙы тартып алып, махсус учреждениеларға урынлаштырған. Әммә 2024 йылда ҡатын реабилитация үткәндән һуң сабыйҙарын кире ҡайтарып алған: эшкә урынлашҡан, балаларҙы тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған.
Әлеге ваҡытта ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү үткәрә.