Бөтә яңылыҡтар
10
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Март , 17:13

Хәйбулла районында ҡот осҡос фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Аварияла һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Хәйбулла районында ҡот осҡос фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Хәйбулла районында ҡот осҡос фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Хәйбулла районында  "Лада Гранта" менән "Зил" йөк машинаһы менән төкөшкән. Ҡыҙғанысҡа күрә,  еңел автомобилдең водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс ярҙам килгәнсе һәләк була. Уның 31 йәшлек ҡатыны медицина учреждениеһында вафат була. Шулай уҡ аварияла уларҙың 9 йәшлек ҡыҙы зыян күрә. Ул төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. 

Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Зинһар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Хәйбулла районында ҡот осҡос фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Хәйбулла районында ҡот осҡос фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Хәйбулла районында ҡот осҡос фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: