Бөтә яңылыҡтар
10
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Март , 10:37

Тағы бер ҡот осҡос хәл. Ҡатынды эт талаған

Ротвейлер биш йәшлек балаға ташланған. Әсәне өҙгөсләгән...

Тағы бер ҡот осҡос хәл. Ҡатынды эт талаған
Тағы бер ҡот осҡос хәл. Ҡатынды эт талаған

Биш йәшлек ҡыҙы менән әсәйгә ротвейлер ташланған...

Был хәл Екатеринбургта булған. Эт хужаһынан ҡасҡан, тип яҙалар урындағы төркөмдәрҙә. Ул урамда әсәһе менән китеп барған балаға ташланған, ә әсә кеше уны кәүҙәһе менән ҡапларға тырышҡан.

Урындағы баҫмалар яҙыуынса, ҡатын эт тешенән ныҡ йәрәхәтләнгән, асыҡ яралары күп. “Ашығыс ярҙам”  уны дауаханаға алып киткән.

Свердловск өлкәһе прокуратураһы был ваҡиға буйынса тикшереү башлаған. 

Фото: видеонан скриншот.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: