ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Март 2025, 02:32

Бер юлы 9 автомобиль бәрелешкән

Юлда көслө томан тип иҫкәртә МЧС хеҙмәткәрҙәре

Бер юлы 9 автомобиль бәрелешкәнБер юлы 9 автомобиль бәрелешкән
Бер юлы 9 автомобиль бәрелешкән

Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында туғыҙ машина бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы Мәләүез районының Рамадановка ауылы эргәһендәге трассаның 158-се саҡрымында булған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария урынына ҡотҡарыусылар килгән, ҡорбандар юҡ, ике кеше имгәнгән. Уларға беренсе ярҙам күрһәтелгән.

Әле дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре был хәлдең сәбәптәрен асыҡлай. Бер һыҙат буйынса реверсив хәрәкәт ойошторолған.

Юлда көслө томан, тип өҫтәнеләр ведомствола.  

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Бер юлы 9 автомобиль бәрелешкән
Бер юлы 9 автомобиль бәрелешкән
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас