Бөтә яңылыҡтар
10
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Февраль , 21:02

Ҡаршы һыҙатҡа сығып, ике машина менән төкөшкән...

Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡатын-ҡыҙ водителдең ғүмере өҙөлгән

Ҡаршы һыҙатҡа сығып, ике машина менән төкөшкән...
Ҡаршы һыҙатҡа сығып, ике машина менән төкөшкән...

Бер нисә машина ҡатнашлығындағы аварияла руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән.

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт ваҡиғаһы  Баҡалы – Үрге Йәркәй автомобиль юлының 49-сы саҡрымында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Toyota Land Cruiser водителе алдағы машинаны уҙып китеү өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм Daewoo Matiz менән бәрелешкән. Шунан һуң внедорожник юл ыңғай барған Chevrolet Lacetti менән төкөшкән.

Daewoo Matiz водителе урында йән биргән, башҡалар зыян күрмәгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. 

Фото:ГАИ РБ
Ҡаршы һыҙатҡа сығып, ике машина менән төкөшкән...
Ҡаршы һыҙатҡа сығып, ике машина менән төкөшкән...
Ҡаршы һыҙатҡа сығып, ике машина менән төкөшкән...
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: