ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Февраль 2025, 15:55

7 кеше юл фажиғәһендә зыян күргән

Улар араһында бер бала булған...

7 кеше юл фажиғәһендә зыян күргән7 кеше юл фажиғәһендә зыян күргән
7 кеше юл фажиғәһендә зыян күргән
Белорет районында төнгө юл-транспорт ваҡиғаһында ете кеше зыян күргән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Ҡарағай-Йорт ауылы янында ике еңел машина бәрелешкән.

Ете кеше зыян күргән, улар араһында бер бала булған. Бишәүһе дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынына Белорет ҡотҡарыусылары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре ебәрелә.

Ҡотҡарыусылар «ВАЗ-2112» автомобилендә ҡыҫылып ҡалған ҡатынды сығарып, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.

Дәүләт автоинспекцияһы юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай. 

 
Фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас