Шри-Ланкала ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Иҫ киткес шәп фотоға төшөргә теләү йәнә күңелһеҙ хәлгә килтергән. Урында Рәсәйҙән килгән 53 йәшлек турист билдәле Бадулла-Коломбо поезында сәйәхәт иткән ваҡытта вагондың күтәрмәһенә тотоноп фото төшәм тигәндә, быуа эргәһендә ҡалҡып торған ташҡа башы менән бәрелә. Һөҙөмтәлә ул аҫҡа ҡарай ҡолай.
Ҡатынды ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға алып китәләр, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уны ҡотҡара алмай...
Был һоҡланғыс маршрут ысынлап та күп туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Тик күптәр шәп фото эшләргә теләп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онота һәм ошондай фажиғәгә юл ҡуя шул...