ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Февраль 2025, 16:42

54 йәшлек машинистты ҡотҡара алмағандар...

Фажиғә буйынса тикшереү башланған

54 йәшлек машинистты ҡотҡара алмағандар...54 йәшлек машинистты ҡотҡара алмағандар...
54 йәшлек машинистты ҡотҡара алмағандар...

Быраулау ҡоролмаһы машинисы 17 февралдә Стәрлетамаҡта һәләк булған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Һамар өлкәһе «Геопроект» компанияһының 54 йәшлек хеҙмәткәре вафат булған бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башлаған да инде. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, штанганы ҡуйғанда быраулау замогына уның әйләнеү механизмы ҡапыл эшләп китә, шуның арҡаһында быраулау ҡоролмаһы машинисы йәрәхәтләнә. Ирҙе ҡотҡара алмағандар.

Тикшереү барышында ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланасаҡ, тип билдәләнеләр төбәк дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

 Фото:Олег Яровиков

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас