Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәрендә лә республикала янғындар сығыу осрағы кәмемәне. Кисә кискәрәк Әбйәлил районы Буранғол ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлде. "Ҡыҙыл әтәс" ағас йортто йәшен тиҙлегендәй ялмап ала һәм тиҙ арала йорт яна. Ут өй янындағы "ВАЗ- 2107" автомобиленә лә тоҡана.
Ваҡиға урынына килеп еткән ирекле янғын һүндереүселәр һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре утты һүндергән. Үкенескә күрә, янғын урынын тикшереү барышында 69 йәшлек ирҙең мәйете табылған, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Янғын сәбәптәре асыҡлана, тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе алып бара.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- түшәктә тартма;
- йоҡларға ятыр алдынан электр ҡорамалдарын һүндер;
- өйөңдә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуй,
– ут һүндергес ал һәм уның менән файҙаланырға өйрән.
Фото: "Башинформ".
Автор:Карима Усманова