ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Февраль 2025, 16:08

Еңел тормош һәм ҙур аҡса вәғәҙә итеүселәргә ышанып...

Ике ҡатын 3,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан

Еңел тормош һәм ҙур аҡса вәғәҙә итеүселәргә ышанып...Еңел тормош һәм ҙур аҡса вәғәҙә итеүселәргә ышанып...
Еңел тормош һәм ҙур аҡса вәғәҙә итеүселәргә ышанып...

Уҙған ял көндәрендә баш ҡалабыҙ Өфөнән ике ҡатын интернет-инвестицияларҙа 3,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 61 йәшлек пенсионер ҡатын яңы смартфон һатып алған һәм тәүге тапҡыр интернетҡа ингән. Ҙур аҡса эшләргә вәғәҙә иткән сайтҡа инеп, ул контакт мәғлүмәттәрен ҡалдыра. Тиҙҙән уға ярҙам тәҡдим иткән "белгесе" шылтырата. Ҡатын 800 мең һумдан ашыу аҡса күсерә, ә аҡсаны ҡайтарырға теләгәс, комиссия түләүен һорайҙар. Һөҙөмтәлә ул дуҫтарынан бурысҡа тағы ла 750 мең һум аҡса ала, әммә барыбер бер нәмә лә ҡайтара алмай. Иренең кәңәше буйынса ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.

Шулай уҡ 23 йәшлек Өфө ҡыҙы ла мутлашыусыларҙың хәйләләренән зыян күргән. Интернет аша танышҡан кеше уға "биржала" нисек аҡса эшләү тураһында һөйләгән. Ҡыҙ башта 40 мең һум аҡса һала, һуңынан кредит ала һәм һөҙөмтәлә 2 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.

 

Фото:Ксения Калинина

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас