Өфө районында ике сит ил машинаһы төкөшкән, һөҙөмтәлә 29 йәшлек водитель һәләк булған. Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, иртәнге сәғәт 10 тирәһендә Р-240 Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 2-се саҡрымында «Рено Сандеро» руле артындағы ир, әлегә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Шулай итеп «Лексус НХ200» менән бәрелеш була.
Һөҙөмтәлә «Рено» водителе ваҡиға урынында вафат була. Авария урынында Дәүләт автоинспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.
фото:ГАИ