Мәләүез районының Иштуған ауылы янында Ағиҙел йылғаһында батып үлгән һыу аҫты һунарсыһын эҙләү туҡтатылды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. 42 йәшлек ирҙең кәүҙәһен һыу аҫтына төшөү урынынан 300 метр үрҙәрәк табалар һәм һыуҙан сығаралар.
14 февралгә ҡарай төндә ике дуҫ һыу аҫты һунарына киткән. Иптәштәренең береһе сыҡмаған. Икенсеһе башта уны үҙе эҙләй, һуңынан ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә. Ҡотҡарыусылар өс көн эсендә 2000 квадрат метрҙан ашыу һыу төбөн һәм 15 километр яр һыҙығын тикшерҙеләр, тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов.
фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты