ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Февраль 2025, 05:37

Күрше районда - фажиғә

Ҡыҙғанысҡа күрә, бер кешенең ғүмере өҙөлгән

Күрше районда - фажиғәКүрше районда - фажиғә
Күрше районда - фажиғә

Башҡортостандың Йылайыр районында янғында бер ир һәләк булған. Янғын Юлдыбай ауылында шәхси йортта сыҡҡан. Мөлкәт һәм бүрәнә йорт янғындан ныҡ зыян күргән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем урындағы халыҡ янған йорттан 68 йәшлек ирҙе эвакуациялаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңыраҡ табиптар уның үлемен раҫлай.

Ут һүндерелгән, фажиғә урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе эшләй. Фараз буйынса, янғын өйҙә тәмәке тартыу арҡаһында сыҡҡан.

Күрше районда - фажиғә
Күрше районда - фажиғә
Күрше районда - фажиғә
Күрше районда - фажиғә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас