Башҡортостандың Краснокама районы Сауыҙ аулында ике кеше ҡаргиҙәрҙә һыу аҫтына киткән. Бәхеткә күрә, улар үҙаллы сығып өлгөргән, ләкин ныҡ туңғандар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
«Һуңғы ваҡытта халыҡ араһында ҡаргиҙәр техникаһында туристик сәйәхәттәр популярлаша бара, әммә ҡаргиҙәрҙе файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәр кем үтәмәй, — тип билдәләнеләр ведомствола. - Ҡаргиҙәрҙә йөрөргә сыҡҡанда хәүефһеҙлек тураһында һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ!»
Ҡотҡарыусылар кәңәш тә бирҙе:
* водителдәргә эксплуатация үҙенсәлектәрен камил өйрәнергә һәм ҡаргиҙәр менән йөрөү ҡағиҙәләрен үҙләштерергә;
* эскән килеш ҡаргиҙәр руле артына ултырмағыҙ;
* ҡаргиҙәр водителенә һәр ваҡыт һаҡлыҡ шлемы кейергә кәрәк;
* алыҫ араға ҡаргиҙәрҙә бер үҙе йөрөү хәүеф тыуҙыра.
фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте