ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Февраль 2025, 07:37

2 йәшлек сабый үҙен машинала бикләгән

   

2 йәшлек сабый үҙен машинала бикләгән2 йәшлек сабый үҙен машинала бикләгән
2 йәшлек сабый үҙен машинала бикләгән

Бәләкәй ҡыҙ Сибайҙа автомобилдең ишеген бикләгән. Уға ярҙамға ҡотҡарыусылар килә. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  ашығыс хеҙмәттәргә ике йәшлек ҡыҙҙың машинала ҡалыуы, ә ата-әсәһенең эскә инә алмауы тураһында мәғлүмәт килгән.

Урынға килгән ҡотҡарыусылар махсус ҡорамалдар ярҙамында ишекте аса һәм ҡыҙыҡайҙы ата-әсәһенә тапшыра. Баҡтиһәң, өлкәндәр сабыйҙы ултыртып ҡалдырған саҡта, асҡыстар уның ҡулында булған. Ул ике тапҡыр төймәгә баҫа һәм ишектәр бикләнә, шунан ул йоҡлап китә.

фото:Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас