ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Февраль 2025, 07:53

17 миллион һум аҡсаһыҙ ҡалғандар..

Ҡатын ялған Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренә ышанып, аҡсаһын юғалтҡан

17 миллион һум аҡсаһыҙ ҡалғандар..17 миллион һум аҡсаһыҙ ҡалғандар..
17 миллион һум аҡсаһыҙ ҡалғандар..

Башҡортостанда йәшәүселәр тәүлек эсендә аферистарға 17 миллион һумдан ашыу аҡса биргән. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Өфөнән 57 йәшлек ҡатын полицияға мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ҡатын һөйләүенсә, мессенджерҙарҙың береһендә уға ялған Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу килгән. Ул ҡатынға иҫәпкә алынмаған эш йылдары өсөн пенсияны ҡайтанан иҫәпләргә кәрәклеген хәбәр итә һәм килгән смс-кодты әйтеүен һорай. «Белгескә» ышанып, ғариза биреүсе мутлашыусының күрһәтмәләрен үтәй һәм аҡсаһыҙ тороп ҡала.

Икенсе ир менән ялған "банк вәкилдәре" бәйләнешкә инә, улар билдәһеҙ кешеләрҙең уның исеменә кредит алырға маташыуы тураһында хәбәр итә. Шикле операцияларҙы булдырмау өсөн енәйәтселәр зыян күреүсене бөтә булған аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндерә. Мутлашыу ҡорбаны уларға 700 мең һумдан ашыу шәхси аҡсаһын күсерә.

Фото:Ксения Калинина(Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас